1. Родителям
  2. Новости
  3. #башҡорттелекөнө2021марафон #деньбашкирскогоязыка2021марафон#татышлинский район#

#башҡорттелекөнө2021марафон #деньбашкирскогоязыка2021марафон#татышлинский район#

Декабрь 8, 2021 Просмотров: 122
Бөгөнгө көндөң девизы «Башҡорт теле –күңелем көҙгөһө». Ошо көндө беҙ башҡорт халҡының  арҙаҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулланы иҫкә алабыҙ. 4 се класс уҡыусылары  менән  тормош юлы һәм ижады менән таныштыҡ, өҫтәлмә мәғлүмәттәр алдыҡ. Дәрестә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтеү күнекмәләре үткәрҙек. Аҡмулла ( ысын исеме - Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы ) (1831— 1895) — күренекле башҡорт һәм татар шағиры , мәғрифәтсе . Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән , милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала . Башҡорт менән бер рәттән , башҡа төрки халыҡтар – ҡаҙаҡтар , уйғырҙар , ҡарағалпаҡтар ҙа уны үҙ тип күрә . Мостафина Зөһрә Заһит ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы