1. Ученикам
  2. Новости
  3. Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит!

Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит!

Февраль 15, 2022 Просмотров: 60
21 февраль - Халыҡ - ара туған телдәр көнө. Был байрамды беҙҙең мәктәп уҡыусылары йыл да көтөп ала. Быйыл да алдан план төҙөлдө, бурыстар билдәләнде. Бөгөн ,15 февралдә, "Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит! " акцияһы үтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Мостафина Зөһрә Заһит ҡыҙы алдынғы уҡыусы, төрлө конкурстарҙа ,олимпиадаларҙа еңеү яулаған 8 синыф уҡыусыһы Хужина Элизаға туған телдә китап буләк итте.