1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 36
Республика башлығының  2019 йылдың  29 октябры Указы буйынса  14 декабрь "Башҡорт теле көнө " көнө тип иғлан ителде.Һәр йыл һайын ошо көндә беҙ уҡыусылар менән төрлө саралар,флешмобтар   үткәрәбеҙ. Балалар унда башҡорт теле, тарихы тураһында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуаптар табалар.
              2021 йылда алдан уҡ  план төҙөлдө, аҙналыҡ тип иғлан ителде.  Төрлө сараларға бай буласаҡ был аҙналыҡта  башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулланы да  иҫкә аласаҡбыҙ. Уның шиғырҙары буйынса флешмоб үткәрелә. 
        Беренсе көн девизы  " Башҡорт теле - иманлы тел" тигән.  Һәр бер класс, етәкселәре менән  иман, тәрбиә биреү темаларына аралашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мостафина Зөһрә Заһит ҡыҙы етенсе кластар менән менән  иманлы, тәрбиәле кешенең  ниндәй икәнен асыҡланы,үҙҙәрелә  иманлы һәм тәрбиәле булырға ҡарар итте.