1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле – аҡыл теле

Башҡорт теле – аҡыл теле

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 198
Өсөнсө көндөң девизы «Башҡорт теле – аҡыл теле». Был көндө уҡыусылар менән төрлө саралар үткәрҙек. 3 класс уҡыусылары мәктәп китапханаһында мәҡәлдәр әйтеү буйынса ярыш ойошторҙолар. Был сарала Хәсәнова Раушания, Миргалиева Әдилә һәм Минкулова Әлиә еңеүселәр тип табылды.
4 синыфта  аҡыл тураһында мәҡәлдәр буйынса акцияла ҡатнаштыҡ. Балалар бирелгән мәҡәлдәр араһынан аҡыл тураһында мәҡәлдәр төҙөнөләр. Был дәрестә дүртенселәр үҙҙәренең оҫталыҡтарын,   белемдәрен күрһәтте. 
  8 синыфта Солтанова Динара Зиннәт Ғалимовтың “Ялан сәскәләре”әҫәре буйынса дәрес үткәрҙе. Ул Зиннәт Ғалимовтың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. “Ялан сәскәләре” әҫәренең идея – тематик йөкмәткеһен астылар, ауыр аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аңлатмаһын билдәләнеләр.
Ғөмүмән, был аҙналыҡ  йөкмәткеле, киң мәғлүмәти сараларға бай үтә.
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон#татышлинский район#